-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2021, 18:35

Беренсе уҡытыусым

Ер йөҙөндә нисәмә төрлө һөнәр бар.Ә улар араһында уҡытыусы һөнәре иң бөйөк, иң изге һәм иң сауаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Уҡыусыға белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу – һәләт ул. Һәләтле булыу ғына ла етмәй, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк. Бөгөнгө һүҙем беренсе уҡытыусым Исанбаева Айгөл Әмир ҡыҙы хаҡында.

Беренсе уҡытыусым
Беренсе уҡытыусым

Беренсе уҡытыусым

Ер йөҙөндә нисәмә төрлө һөнәр бар.Ә улар араһында уҡытыусы һөнәре иң бөйөк, иң изге һәм иң сауаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Уҡыусыға белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу – һәләт ул. Һәләтле булыу ғына ла етмәй, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк.

Бөгөнгө һүҙем беренсе уҡытыусым Исанбаева Айгөл Әмир ҡыҙы хаҡында.

Айгөл Әмир ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. Ул Әбйәлил районы Шәрип ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡытыусым үҙ эшенә бик яуаплы, балаларҙы яратыуы, кешелекле булыуы менән оло ихтирамға лайыҡ. Уның яғымлы тауышын, мөләйем йөҙөн, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дәрестәр алып барыуы менән сикһеҙ ғорурланам.

Айгөл Әмир ҡыҙына ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәң дә аҙ кеүек. Артабан да яҡшы уҡыуым, әҙәпле, тәртипле булыуым менән оло рәхмәтемде ҡайтарайым ҡәҙерле уҡытыусыма.

Алтынай Илнар ҡыҙы Хашимова Шәрип башланғыс мәктәбенең 4 се синыф уҡыусыһы.

Автор: Алтынай Хашимова
Читайте нас