0 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь , 14:42

Милли кейем — халыҡтың күңеле, донъяға ҡарашы ул

12 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур сара — билдәле этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Светлана Шитованың күркәм юбилейына арналған «Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Милли кейем — халыҡтың күңеле, донъяға ҡарашы ул

12 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур сара — билдәле этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Светлана Шитованың күркәм юбилейына арналған «Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ойоштороусылары — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Сара бер юлы ике форматта ойошторолдо: онлайн һәм офлайн. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәләре буйынса фәнни мәҡәләләр йыйынтығы ла донъя күрҙе.

Ҙур фәнни ултырышта Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Ҡазан, Краснодар, Вологда, Магнитогорск, Ырымбур, Назрань (Ингушетия) ҡалаларынан ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар, магистранттар, дизайнерҙар ҡатнашты. Пермь крайы Барҙы районы башҡорттары булды, Ямал — Ненец автоном округынан да әүҙемдәр сығыш яһаны. Сибай, Уфа, Туймазы, Стерлитамак ғалимдары ла фекерен ишеттерҙе.

Тулыраҡ: https://kurultai.ru/ba/content/2670-naczionalnyj-kost..

Милли кейем — халыҡтың күңеле, донъяға ҡарашы ул
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ