-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 14:31

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Әбйәлил районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.  

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Әбйәлил районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов тапшырып, торлаҡлы булыусыларға районда эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп, бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа йәшәүҙәрен теләне.

Сарала күп балалы ғаиләләр һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн бирелгән ер участкаһы урынына аҡсалата түләмдең сертификаты ла бирелде. 

Был эштәрҙең барыһы ла  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: "Осҡон" гәзите сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-21/etemd-rg-fatir-as-ystary-tapshyryldy-2591032
Автор: "Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас