
Рәсәй Президенты "Беҙ бергә" халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы ваҡытында видеобәйләнешкә инеп, сараны алып барыусы Егор ярҙамында "Теләктәр шыршыһы"нан өс шарҙы һайлаған. Мәскәү өлкәһенән 14 йәшлек Марк гитара тураһында хыяллана икән. Бүрәт республикаһынан 5 йәшлек Асорҙың янғын һүндереүсе булып ҡарағыһы килә. Ә Ставрополь крайынан 13 йәшлек Таня Мариин театрында "Аҡҡош күле" балетын ҡарарға теләй. Уларҙың хыялын тормошҡа ашырырға Путин ярҙам итәсәк.
"Теләктәр шыршыһы" акцияһы етем, аҙ тәьмин ителгән балаларҙың, һаулыҡтары бик насар булған өлкәндәрҙең Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Был хәйриә акцияһы беҙҙең илдә дүртенсе йыл ойошторола.