

2019 йылда "БашТой" проекты "Маҡсат" ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы иғлан иткән грантҡа эйә була. Был туған телендә өр-яңы уйынсыҡтар булдырырға форсат бирә.
Шулай итеп башҡорт телендәге уникаль гаджеттарҙың тәүге хужалары - Дәүләкән районының балалар баҡсалары булды. Ҡыҙҙар-малайҙар ҡыуанып, үҙ телдәрен белеп, яратып үҫһендәр!