+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
14 Декабря 2021, 09:37

Серле Ҡыш бабайҙан серле бүләк!

Иң матур, мөғжизәле байрам етеп килә, эйеме, дуҫтарым? Ә һеҙ Яңы йыл байрамын көтәһегеҙме? Бүләктәр ҙә теләп бөткәнһегеҙҙер инде!? Дуҫтарым, ә һеҙ Ҡыш бабай барлығына ышанаһығыҙмы? Бәй, бәй кем унда ышанмайым тей ул? Ә бына бөгөн беҙҙең “Аманат” журналына таң менән Серле Ҡыш бабай кереп, үҙенең мөғжизәле өс бүләген ошо тылсымлы ҡумтаға һалып, ҡалдырып китте. Үәт! Ә был бүләктәр кемгә эләгер икән!? Бәлки тап һин уның хужаһылыр!?

Серле Ҡыш бабайҙан серле бүләк!Серле Ҡыш бабайҙан серле бүләк!
Серле Ҡыш бабайҙан серле бүләк!

Улайһа, әйҙә, бүләк отҡоң килһә, ошо мәғлүмәт аҫтына лайыҡ ҡуйып, яҙманы үҙеңдең диуарыңа күсереп ҡуй ҙа, комментарий аҫтына сират буйынса, һан яҙып  ҡуй.  Ҡыш бабайҙың ҡушҡан был эше бик ҡыйын да түгел, рәхәт кенә, эйеме?

Серле ҡумтаны 30 декабрь көнө асасаҡбыҙ. Комментарийҙа нисә һан була, шунса һанды ҡағыҙға яҙып, ҡумта эсенә һаласаҡбыҙ. Еңеүсене билдәләгән осраҡлы һанды баш мөхәррир үҙе тартып сығарыр. Шулай итеп, еңеүсене иғлан итербеҙ! Былар барыһы ла тура эфирҙа барасаҡ.

Бер, ике, өс  башланыҡ!

 

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас