+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 10:25

Бөгөн - студенттар көнө!

Барлыҡ студенттарҙы ҡасандыр студент булғандарҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уҡыуығыҙҙа уңыштар, бәхетле тормош теләйбеҙ.  Тик быйыл Башҡортостанда  коронавирус пандемияһы арҡаһында Студенттар көнө уңайынан күп кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Бөгөн - студенттар көнө!
Бөгөн - студенттар көнө!

Студенттар көнө ҡайсан барлыҡҡа килгәнен белә инегеҙме дуҫтарым? Бәй, белмәһәгеҙ әйҙәгеҙ бергәләшеп уҡып үтәйек:

1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойошторола.
2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: