

"Аманат"тың бәйләнештәге төркөмөндә "Ҡоштарға - тағараҡтар" конкурсын тамамларға ла ваҡыт килеп етте. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә күп кенә эштәр ҡабул итеп алдыҡ. Уларҙың араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы ла ҡыйынға төштө хатта. Шулай итеп беҙҙең еңеүселәребеҙ Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан Элиза Сөләймәнова, Бөрйән районының 3-сө синыф уҡыусылары, Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан Ләйлә Хәйруллина. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе! Вәғәҙә итеүебеҙсә һеҙҙең эштәрҙе журнал битендә баҫтырып сығарасаҡбыҙ һәм Рәхмәт кәлимәләре тапшырасаҡбыҙ!