-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 13:46

Көләмәстәр

Уҡытыусы: - Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың? Нәркәс: - Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Әсәһе- улына:
- Әйҙә, бутҡа ашарға ултыр.
- Һин бая аш бешерә инең түгелме һуң, әсәй?
- Бөтәһен дә күреп йөрөмә, алдыңа нимә ҡуйғанмын - шуны аша!

 

– Илгиз, класығыҙҙа нисә отличник бар?
– Мине иҫәпләмәгәндә - дүртәү.
– Һин отличникмы ни?
– Юҡ. Шуға ла мине иҫәпләмәгәндә тием бит!..

 

Һигеҙен тултырған Кәрим аҡырып илап әсәһе янына килә.
– Ни булды улым, ниңә илайһың?
– Атайым сүкеш менән бармағына һуҡты.
– Атағатаҡ, ә һин ниңә илайһың һуң?
– Көлөп ебәргән өсөн...

 

Тәнәфескә сыҡҡас, Гүзәл үҙенең синыфташына:
– Һинең дәрестә ашап ултырғаныңды бер кем дә күрмәй, тип уйлайһыңмы? – ти.
– Күрһендәр, мин бит улар­ға барыбер бирмәйем.

 

Тарих дәресе. Уҡытыу­сы Вилданға:
– Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ?
– Рим империяһы тар­ҡалғандан алып.

 

– Фәтих улым, балыҡ майын эстеңме?

– Эстем, атай…

– Аш ҡалағын тултырып эстеңме?

– Юҡ та… Сәнске тултырып.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас