-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2022, 15:55

Бушлай файҙаланырға мөмкин

Башҡортостан халҡы хәҙер балансы нулгә төшкән осраҡта ла Рәсәй интернет-сервистарынан булшай файҙалана ала.

Бушлай файҙаланырға мөмкин
Бушлай файҙаланырға мөмкин

Элемтә операторҙары “Бәйләнештә” һәм Дәүләт хеҙмәттәре ресурстарынан ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, МТС асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2022 йылдың 1 февреленән үҙенең абоненттарына Дәүләт хеҙмәттәре порталынан һәм kremlin.ru ресурсынан бушлай файҙаланырға рөхсәт итте. 23 февралдән элемтә операторының түләүһеҙ ресурстары исемлеге “Бәйләнештә” социаль селтәре менән тулылана.
Мәғлүм булыуынса, Дәүләт хеҙмәттәре һәм “Бәйләнештә” социаль селтәре 2022 йылдың ғинуар аҙағында Хөкүмәт комиссияһы раҫлаған социаль әһәмиәтле сайттар исемлегенә инде.
Сайттарҙы компьютер йәки смартфон браузерында, шулай уҡ рәсми ҡушымтала асырға була.
Интернетҡа бушлай тоташыу схемаһы карточкала күрһәтелгән.

(Лилиә Дәүләтбәкова).

сығанаҡ: https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_126590 

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас