

Бөгөн педагогтар коллективы туплана. Уҡытыу эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия юллана. Кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр класта интерактив таҡта, проектор бар. Парта һәм ултырғыстарҙың бейеклеген көйләргә мөмкин. Биш йөҙ урынлыҡ тамаша залы булдырылған. Мәктәптә мөмкинлеге сикле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ул башҡа белем усаҡтарындағы көсөргәнешлекте кәметергә мөмкинлек бирә. Балалар бер сменала белем аласаҡ.