+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2022, 13:57

Блогер Рөстәм Нәбиев Арктикаға сәйәхәткә йыйына

Блогер, сәйәхәтсе, альпинист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Instagramда Арктиканы өйрәнеүсе "Төньяҡ десанты" экспедицияһында ҡатнашыусылар составы менән берлектә экстремаль сәйәхәткә йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.

Блогер Рөстәм Нәбиев Арктикаға сәйәхәткә йыйына
Блогер Рөстәм Нәбиев Арктикаға сәйәхәткә йыйына

"Төньяҡ десанты" экспедицияһының үҙенсәлеге шунда: унда ҡатнашыусылар ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөй һәм металл ватыҡтарынан, көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙы талап итеүсе Арктик яр буйының бысраныу осраҡтары тураһында мәғлүмәткә мониторинг яһай. Экспедиция барышында шулай уҡ навигация системаһы тикшерелә, яңы маршруттар һалына. 

-Тиҙҙән Арктика буйынса экспедицияла ҡатнашасаҡмын. Минең өсөн махсус ултырғыстар яһаясаҡтар, - ти үҙе был хаҡта Рөстәм Нәбиев.

Сығанаҡ: https://yanshishma.com/articles/byl-donyala-ni-r-bar/2022-02-15/r-st-m-n-biev-arktika-a-s-y-h-tk-yyyyna-2693536?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006 

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас