+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
16 Марта 2022, 10:08

"Instagram" - "Россграм"

28 март Рәсәйҙә яңы социаль селтәр барлыҡҡа киләсәк. Ул "Россграм" тип аталасаҡ. Был турала ТАСС һәм башҡа интернет баҫмалар хәбәр итә.

"Instagram" - "Россграм""Instagram" - "Россграм"
"Instagram" - "Россграм"

Интернет-маркетолог Александр Зобов белдереүенсә, "Россграм" 28 марттан эшләй башлай һәм унда иң тәүҙә блогерҙар, инвестор, спонсорҙар инә аласаҡ. Ҡалғандар апрелдә ҡушыла аласаҡ. Ҡушымтаға  IPhone һәм Androidтан да инеп буласаҡ.

Шулай итеп, тиҙҙән Рәсәйҙә Instagramдың аналогы барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ Instagramдан мәғлүмәттәрҙе күсереү функцияһын булдырыу буйынса ла эшләйҙәр, тип яҙалар. 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас