Дуҫтар менән аралашырға, видеоконференциялар ойошторорға мөмкин. Яңылыҡтарҙың интерактив таҫмаһы ла бар. Проект авторҙары программа тәьминәтен камиллаштырырға ниәтләй. Ошо маҡсатта Инновацияларға булышлыҡ итеү фондының «Студенттар стартапы» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғариза ебәрелгән. Миллион һумлыҡ грант отҡан осраҡта йәштәр сумманы социаль селтәр рекламаһына йүнәлтергә теләй. Әлегә мобиль ҡушымта менән ике йөҙҙән ашыу кеше ҡулланыуы билдәле.