Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.
Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелде. Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Улар, үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй армияһының күп кенә походтарында ҡатнашты, 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтте. Яугирҙәребеҙ Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен данға күмде.
Был байрамды билдәләп, беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының ватансылығына һәм берҙәмлегенә, ябай булмаған, ә ауыр һынауҙар осоронда бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған Рәсәй халҡының барлыҡ быуындарына тәрән ихтирам белдерәбеҙ. Быуаттар дауамында Башҡортостан халҡы, державаның ышаныслы, таяныс төбәктәренең береһе булараҡ, һәр саҡ Рәсәй менән бергә булды. Республиканың ҡаҙаныштары – үтелгән тарихи юлдың уңышлы, юғары дәрәжәлә ыңғай булыуына ышаныслы дәлил ул.