Берҙәм башҡорт теле дәрестәре үткәрелгән мәғариф учреждениелары исемлеге:
- М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
- А-З.Вәлиди исемендәге 2-се һанлы башҡорт гимназия-интернаты.
- 2-се һанлы СМАРТ республика полингваль гимназияһы.
- Өфө ҡалаһының 308-се балалар баҡсаһы һәм Дыуан районынын 2-се балалар баҡсаһы.
- Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт секцияһы. Башкортостан концерт залы, 4-се ҡат, конференц-зал.
- «Аҡбуҙат» журналы үткәргән сара 136-сы башҡорт лицейында үтә.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге республика ата-әсәләр комитеты үткәргән секция. Башҡортостан концерт залының буфетында ойошторола.
- «Урал батыр мәктәбе» Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ойошторола.
- Өфө ҡалаһының Башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистары менән осрашыу Башҡортостан концерт залының 2-се ҡатында, конференциялар залында үтә.
- 16.00 Башҡортостан концерт залының Бәләкәй залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһай.