-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2024, 18:27

20 октябрь – Атайҙар көнө

Рәсәйҙә Атайҙар көнөн булдырыу тәҡдимен Хеҙмәт министрлығы индерә. Иҫтәлекле көн Рәсәй Президенты указы менән раҫлана. Атайҙар көнөн 2021 йылдан башлап октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйбеҙ. Атайҙарҙың абруйын ҡеүәтләү өсөн булдырылған был дата быйыл 20-һенә тура килә.

20 октябрь – Атайҙар көнө
20 октябрь – Атайҙар көнө

Атай ул – ғаиләнең терәге һәм таянысы. Атайлы бала арҡалы, яҡлаулы булып, үҙ көсөнә ышанып үҫә.

Эштән ҡайтып ингән атайҙың ҡаршыһына йүгермәгән, ҡосағына ташланмаған сабый буламы икән? Атаһының көслө ҡулдары балаһын күтәреп, үргә сөйә... Балаһы йығылғанда хәстәрлекле ҡулдар тотоп ала. Балаһын аяғында ныҡлы баҫып торорға, үҙ-үҙенә ышанырға өйрәтә.

Атай шулай булырға кәрәк, былай булырға кәрәк тип аҡыл һатмай. Ул үҙ эштәре, ғәмәлдәре, тәртибе менән өлгө күрһәтә.

АТАЙ ҺҮҘҘӘРЕ

Атай һүҙҙәре ныҡ була
Саҡматаш кеүек!
Был турала һеҙ, балалар,
Ҡуйығыҙ белеп.

Атай кеше әйткән һүҙен
Берәгәй әйтер,
Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын
Атай күрһәтер.

Үпкәләмәгеҙ атайға,
Ул бит бер генә,
Ғаиләгеҙҙең янында
Һаҡта гел генә.

Атайҙың һөйөүе әҙ тип
Борсолма юҡҡа,
Әсәйең аша сағыла
Ул тирә-яҡҡа.

Әсәйең дә, атайың да
Донъяла берәү,
Улар икеһе лә һиңә
Тормошта терәү!

Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә.

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас