+24 °С
Ямғыр
Спорт
2 Июль 2024, 08:56

Башҡортостан спортсылары 13 миҙал алып ҡайтты!

4-се Бөтә Рәсәй аяҡ-ҡулы зәғиф балалар һәм үҫмерҙәрҙең еңел атлетика буйынса ярыштары Чебоксар ҡалаһында үтте.

Башҡортостан спортсылары 13 миҙал алып ҡайтты!Башҡортостан спортсылары 13 миҙал алып ҡайтты!
Башҡортостан спортсылары 13 миҙал алып ҡайтты!

Башҡортостан спортсылары 12 алтын һәм 1 бронза миҙал яуланы. Илназ Дәүләтов, Алһыу Сәғетдинова һәм Михаэль Мөхәмәдшин – 100 м, 200 м һәм 400 м, ә Ислам Күскилдин 100 м, 200 м һәм 800 м дистанцияларҙа беренселекте алды.
Михаэль 800 метрҙа бронзаға лайыҡ булды.


Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас