10–13 ғинуарҙа Южно-Сахалинск ҡалаһында IV Рәсәй–Ҡытай йәштәрҙең ҡышҡы уйындары үтте. Рәсәй командаһы 82 миҙал (28 алтын, 29 көмөш һәм 25 бронза) алды. Ҡытайҙар 29 награда (10; 9; 10) менән ҡайтып китте.
Уйындарҙа Башҡортостандан ете спортсы ҡатнашты. Күренекле уңыштар яуланды. Башҡортостандар араһында тәүге награданы сноуборд ярышында Амалия Ғәбдүшева яуланы – ул көмөш миҙал менән шатландырҙы. Фристайлда (акробатика) Оскар Әйүпов бронзалы булды. Тағы бер награда – Рәсәйҙең фристайл буйынса йыйылма командаһының көмөш миҙалы. Оскар Әйүпов – команда сафында. Шулай итеп, Башҡортостан спортсылары өс миҙаллы булды.
Боҙҙағы мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының сираттағы этабында Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Никита Богданов тағы еңде. Киләһе этап 18–19 ғинуарҙа Саранскиҙа үтә.
Рязань ҡалаһында биатлон буйынса Рәсәй Кубогының Альфа Банк этабы ярыштары үтте. Унда беҙҙең биатлонсы Эдуард Латипов эҙәрләү уҙышында беренсе урынды яуланы. Биатлонсы Антон Бабиков 10 км спринтта икенсе, суперспринтта өсөнсө урынды алды. Кубок ярыштарында 2024/25 йыл миҙгелендәге 14 уҙыштың 9-ы үтеп, дөйөм иҫәптә Антон Бабиков (333 мәрәй) – беренсе, Эдуард Латипов (312) икенсе урында бара
Сығанаҡ: Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы.