-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар , 13:38

Балаларҙың һәләттәре асылһын һәм үҫтерелһен өсөн

Депутаттарыбыҙ, спортҡа һәләтле балаларҙы күреү, табыу һәм тейешле йүнәлештә үҫтереүҙе күҙҙә тотоп, “Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында” Законға өҫтәмә яҙған. Закон проекты балаларҙы иртә физик үҫтереү үҙәктәре эшмәкәрлегенә ҡағыла.

Балаларҙың һәләттәре асылһын һәм үҫтерелһен өсөн
Балаларҙың һәләттәре асылһын һәм үҫтерелһен өсөн

Бындай үҙәктәр, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, балаларҙың гармониялы үҫешен хәстәрләй – хәҙерге гаджеттар осоронда был бик мөһим. Уларҙың тағ ы бер мөһим бурысы – балаларҙың тәбиғәттән  бирелгән һәләттәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡлау.  Законға тәҡдим ителгән өҫтәмә буйынса, тренер һәләтле баланы артабан үҫтерерлек, һөҙөмтәләрен яҡшыртырлыҡ  урынға йүнәлтергә тейеш була.  

Бала  хатта профессиональ спортсы булып китмәһә лә, спорт менән шөғөлләнеү уға киләсәктә файҙаға буласаҡ: көс, етеҙлек, сыҙамлыҡ, командала эшләү тәжрибәһе уға ҡуйған маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итәсәк”, – ти Константин Толкачев.

“Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында” Законға  айырым статья итеп индереләсәк өҫтәмәлә балаларҙы иртә физик үҫтереү үҙәктәренең хоҡуҡтары һәм бурыстары һанала, шулай уҡ үҙәктәргә булышлыҡ итеү саралары билдәләнә.

Закон проекты БР ДЙ-Ҡоролтайҙың ғинуар аҙағындағы ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: