1986 йылда хоккейсы карьераһын тамамлай һәм илдең йәштәр йыйылма командаларында тренерлыҡ итә. Илдең билдәле хоккей комментаторы була.
Тулала “Хоккей легендалары” командаһы менән Тула өлкәһенең йыйылма командаһы араһындағы күрһәтмә матч барышында вафат була. Тромб өҙөлөүҙән. Матч алдынан ул бәләкәй хоккейсылар менән осраша, улар менән фотоға төшә, автографтар бирә.
...Өфөләге матч Сергей Наил улы Ғимаевтың тыуыуына 70 йыл тулыуға бағышланды (уның тыуған көнө 1 ғинуар ине). “Өфө-Арена”ға донъя спорты йондоҙҙары Илья Ковальчук, Павел Дацюк, Алексей Морозов, Сергей Мозякин һәм башҡалар килде.
Тантаналы тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры–спорт министры Руслан Хәбибов, данлы хоккейсы Вячеслав Фетисов, Сергей Ғимаевтың улы хоккейсы Сергей Ғимаев сығыш яһаны.
Боҙ өҫтөнә Морозовтың һәм Дацюктың командалары сыҡты. Алыш морозовсылар файҙаһына 8:7 иҫәбе менән тамамланды.
Әлбиттә, хәйриә матчында еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ. Йыйылған аҡса Башҡортостандың балалар спортын үҫтереүгә китәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Ғимаев Кубогы” матчын бынан ары йыл да үткәрергә ниәт ителә.
Фотоларҙа: Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив ултырышында "Ғимаев кубогы"н йыл да үткәрергә ҡарар ителде; Сергей Наил улы Ғимаев.
Сығанаҡ: Башинформ, Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы, КП.
Фото: Башинформ.