-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль , 14:02

Ғәлиәкбәрҙәрҙең һоҡланғыс еңеүе

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡыусылары быйыл ҙур еңеүгә өлгәшкән: Күҙәмәт яланында район беренселегенә үткән  саңғы ярышында БЕРЕНСЕЛЕК алғандар!

Ғәлиәкбәрҙәрҙең һоҡланғыс еңеүе
Ғәлиәкбәрҙәрҙең һоҡланғыс еңеүе

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡыусылары быйыл ҙур еңеүгә өлгәшкән: Күҙәмәт яланында район беренселегенә үткән  саңғы ярышында БЕРЕНСЕЛЕК алғандар!

11 команда ярышҡан. Аараларында быға тиклем еңеүҙәр яулап килгән билдәле командалар ҙа булған. Береһе лә ғәлиәхмәттәр иң алға сығыр тип уйламағандыр, әлбиттә. Ә улар еңгән! 

Нисек улай? Ә сере ябай: уҡытыусылары Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов менән Әбделвәхит Ғибәт улы Мөхәмәтов балаларҙы быйыл ярышҡа айырыуса ныҡлы әҙерләгән. Алға сығыу маҡсатын ҡуйып, махсус шөғөлләнгәндәр. Уҡыусылар ҙа тырышлыҡҡа тырышлыҡ менән яуап биргән.

 

Ғәлиәкбәрҙәрҙең һоҡланғыс еңеүе
Ғәлиәкбәрҙәрҙең һоҡланғыс еңеүе
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас: