Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусылары Хәсәнова Самира менән Ишкилдин Азамат йөҙ шаҡмаҡлы шашкала тыуған төйәгенең намыҫын яҡлап ярышты. Улар менән ҡаланың Балалар ижады үҙәге тренеры Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР мәғариф алдынғыһы Зөбәйеров Зөлфәр Абдулла улы шөғөлләнә.
Самира Хәсәнова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында тиҙ уйында бронза миҙал яуланы. Ишкилдин Азамат та 14 йәшкә тиклемге малайҙар араһында ошо уҡ уйында дүртенсе урын алды. Ике спортсы ла, тиҙ программала иң көслө алтау иҫәбенә инеп, үҙенең юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте.
Башҡортостан йыйылма командаһы шашка буйынса лидерлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Мөмкин булған 210 награданан республикабыҙ уйынсылары 67 миҙалды алып ҡайтты.
Сығанаҡ: Баймаҡ районы мәғариф бүлеге.