Өфөнән Николай Балабановтың тәрбиәләнеүсеһе Эрнест Шәрәфетдинов үҙ ауырлыҡ үлсәмендә каратэ буйынса ил чемпионатында алтын яуланы. Турнир финалында каратист Дағстан спортсыһын 7:0 иҫәбе менән еңде.
Шулай итеп, Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса дүрт тапҡыр ил чемпионы булды.
Шулай итеп, Эрнест Шәрәфетдинов каратэ буйынса дүрт тапҡыр ил чемпионы булды.
Башҡортостанға бронзаны Николай Балабановтың тағы бер тәрбиәләнеүсеһе Аида Бикмәтова килтерҙе.
Чемпиондарҙы һәм уларҙың остаздарын ҡотлайбыҙ! Уларға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!