14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар төркөмөндә 16 юниор ҡыҙ ярыша. Былтырғы донъя беренселеге еңеүсеһе Ишембайҙан Софья Степанова (тренеры Янис Сафин) ошо төркөмдә сығыш яһай. Ул рус шашкаһында йәшен тиҙлегендәге программала алтын алған, бразиль шашкаһы буйынса рапидта бронза миҙал яулаған.
Ишембай ҡалаһынан Милана Хажиева (тренеры Янис Сафин) 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар төркөмөндә бразиль шашкаһында еңеүсе булған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы Розалина Яуышева (тренеры Ринат Рысаев) 9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында көмөш һәм бронза миҙалдар яулаған.
Шашкасылар алдында иң ҡатмарлы ярыш – классик программала көс һынашыу тора. Еңеүселәр 8 ноябрҙә асыҡланасаҡ.
Һүрәттә: донъя чемпионкаһы Софья Степанова.
Фото: “Восход” гәзите.
Сығанаҡ: Башинформ.