Турнирҙа Борай ауылының 1-се, 3-сө мәктәптәре һәм 2-се гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты. Улар әҙерлекле булыуын раҫланы һәм оҫта уйын күрһәтте.
Ярышта 1-се мәктәп командаһы беренселекте яуланы.
“Муниципаль этап еңеүсеһе булған командалар киләһе йылдың ғинуарында республика ярыштарында район намыҫын яҡлаясаҡ. Был ярыштар – һеҙҙең спорт юлығыҙҙың башы ғына. Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы һәм яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ!” – тине Борайҙың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Эльвира Хәлилова.
Турнир “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы булған “Футбол мәктәптә!” дөйөм Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Сығанаҡ: Борай район хакимиәте.
#спорт #спорт_культура #физкультура