Иван Өфө ҡалаһындағы “Астра” клубында шөғөлләнә. 8 ноябрҙә өфөләр Бөгөлмәлә урындағы йыйылма команда менән турнир үткәрә. Уйын башланғандың беренсе минутында уҡ сәкән артынан ҡыуышҡанда Бөгөлмә уйынсыһы менән бәрелешеп, башы менән бортҡа барып һуғыла. Уны командалаш иптәштәре етәкләп боҙҙан алып сыға.
Ивандың умыртҡа бағанаһы һынған. 10 ноябрҙән ул Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған. Әлеге мәлгә дауахананан сығарылған һәм өйҙә ятып дауаланыуға күсерелгән.
Сығанаҡ: Башинформ.