-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь , 16:18

Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән

“Альфа-банк” менән “Салауат Юлаев” хоккей клубы йәш хоккейсыларға “Өфө-Арена”ла оҫталыҡ дәресе үткәргән. 20 үҫмер ҙур спорт мөхитенә эләккән, кумирҙары менән осрашыу бәхетенә өлгәшкән.

Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән
Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән

Тәүҙә уларға боҙ һарайы буйлап экскурсия үткәргәндәр, клубтың тарихын һөйләгәндәр, боҙ майҙандың нисек туңдырылыуын, спортсыларҙың нисек күнегеүен аңлатҡандар.

Ниһайәт, кумирҙар менән осрашыу! Күҙҙәре янып торған балаларға тренерҙар менән хоккей оҫталары боҙҙа шыуыу техникаһын яҡшыртыу, сәкән таяғын тотоу, команданы тойоп уйнау буйынса күнекмәләр үткәргән.

Һәр уйынсыға кәңәштәр биргәндәр, тәҡдимдәр әйткәндәр.

Иң һуңынан  бәләкәй хоккейсыларҙың һәр береһенә “Альфа-банк”тың һәм “СЮ” хоккей клубының бүләктәре тапшырылған.

Ата-әсәләр балаларына онотолмаҫ сағыу байрам яһағандары өсөн уларға оло рәхмәттәрен белдергән.

Хоккей тип иҫе киткән балалар ни тиклем шатлыҡ, ни тиклем бәхет кисергән! Киләсәктә хоккей менән тағы ла нығыраҡ шөғөлләнергә, кумирҙары кеүек профессиональ уйынсы булып китергә дәртләнеп ҡайтҡандар!

Сығанаҡ: Башинформ.

Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән
Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән
Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән
Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән
Хоккейсы үҫмерҙәр профессионалдар менән бергә күнекмә үткән
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас