-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар , 14:14

Марат Хөснөтдинов тарихҡа инде

Милли хоккей лигаһы беренселегендә "Бостон" менән «Нью-Йорк Рейнджерс» хоккей командаларының матчы тәүгеһенең файҙаһына 10:2 иҫәбенә тамамлана. "Бостон"дың һөжүмсеһе башҡорт Марат Хөснөтдинов 10 шайбаның 4-һен ҡапҡаға индерә!

Быға тиклем форвардтың дубле лә булғаны юҡ ине, ҡапыл килеп покер эшләне, тип хоккей көйәрмәндәре аптырашып, һоҡланышып бот саба икән.

2021 йылдың ноябренән алып Хөснөтдинов "Бостон"да покер һуҡҡан беренсе уйынсы булды. Уға тиклемгеһенә Патрис Бержерон өлгәшкән булған.

Марат үҙен "мин башҡорт" тигән егет. Ул Мәскәүҙә тыуып үҫкән, 23 йәштә. КХЛ-да СКА-ла һәм "Сочи" клубында уйнай, "Сочи" плей-офҡа инә алмағас, Америкаға "Миннесота" клубына китә. Былтыр уны, икенсе бер уйынсыға алмаштырып, "Бостон" командаһына алалар.

Марат элеккерәк интервьюларында туғандарының бөтәһе лә башҡорт булыуы, йылына бер булһа ла Өфөгә олатаһы менән өләсәһе янына килеп китеүе тураһында һөйләгәне бар.

Фото: Jacques Boissinot/Keystone Press Agency / globallookpress.com

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас