Башҡортостан мәктәптәрендә баскетбол буйынса махсус спорт синыфтары асыу маҡсатында "Йәш Динамосы" пилот программаһы эшләй.
Был турала БР Хөкүмәте вице-премьеры–спорт министры Руслан Хәбибов һөйләгән.
Баскетбол синыфтарында уҡыусылар Өфөнөң "Динамо" клубы тренерҙары етәкселегендә күнегә һәм профессиональ матчтарға йөрөй.
Әлеге көнгә проектта 2-се башҡорт лицейы, Өфөнөң 18-се һәм 141-се мәктәптәре, 158-се башҡорт гимназияһы ҡатнаша.
Яҡын араларҙа республиканың башҡа мәктәптәрендә лә спорт синыфтары барлыҡҡа киләсәк.
Фото: БР спорт министры Руслан Хәбибов / телеграм
Сығанаҡ: Башинформ.