-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ғинуар , 14:08

Беҙҙең уҡсылар Ҡаҙағстанда миҙалдар яулаған

Иглиндан апалы-һеңлеле Бәлхиәровалар Ҡаҙағстанда мәргәнлек ярышында дүрт миҙал яулаған. Улар «JAUJUREK мың бала» традицион уҡтан атыу буйынса асыҡ турнирҙа ҡатнашҡан.

Динара Бәлхиәрова «Жамбы» ярыш төрөндә – беренсе, «Орда Азия»ла икенсе урынды алған.

Самира Бәлхиәрова «Ҡалҡан» дисциплинаһында – беренсе,  «Пута» төрөндә өсөнсө булған. 

Был ярышта Ауырғазы районынан Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 9-сы синыф уҡыусыһы  Батырхан Ғайсин да  мәргәнлектә көс һынашҡан. Ул «JAUJUREK мың бала» турнирының «Ҡалҡан» дисциплинаһында 14–15 йәшлектәр төркөмөндә беренселекте яулаған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Беҙҙең уҡсылар Ҡаҙағстанда миҙалдар яулаған
Беҙҙең уҡсылар Ҡаҙағстанда миҙалдар яулаған
Беҙҙең уҡсылар Ҡаҙағстанда миҙалдар яулаған
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас