-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Февраль , 14:13

Беҙҙең рапирасылар халыҡ-ара ярышта еңде

Өфө спортсылары Әмир Фәхретдинов менән Ростислав Хамдамов Туниста фехтование буйынса юниорҙар Донъя кубогының этабында беренсе һәм икенсе урынды алды. Әмир Фәхретдинов – алтын, Ростислав Хамдамов көмөш миҙал яуланы.

Беҙҙең рапирасылар халыҡ-ара ярышта еңде
Беҙҙең рапирасылар халыҡ-ара ярышта еңде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең рапирасыларҙың уңышы тураһында хәбәр итә һәм уларҙы еңеү менән ҡотлай.

Спортсылар икеһе лә – фехование буйынса Өфө олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. Тимур Арыҫланов етәкселегендә Фехотвание үҙәгендә шөғөлләнәләр.

Үҙәк 2024 йылда Өфөлә үткән "Рәсәй – спорт державаһы" форумы ваҡытында асылғайны. Шунан бирле унда  Рәсәй кимәлендәге эре спорт ярыштары үтеп тора.

Фото: Фехтование үҙәге /Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың telegram-каналы

Беҙҙең рапирасылар халыҡ-ара ярышта еңде
Беҙҙең рапирасылар халыҡ-ара ярышта еңде
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас