Өфөнөң Ә. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы уҡыусыһы Реана Кинйәбулатова шахмат буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яулаған.
Беренселек Сочи ҡалаһында үткән.
Турнирҙа илдең 9 йәштән 19 йәшкә тиклемге иң көслө шахматсылары ҡатнашҡан.
Реана 9 йәшлектәр төркөмөндә икенсе урынды алған.
Реана Кинйәбулатова Өфөләге "Толпар" клубында гроссмейстер Урал Хәсәновта шөғөлләнә. Ул Грузияла үткән балалар Донъя кубогында еңеүсе булғайны.
Бәләкәй шахматсының уңышы тураһында Ленин район хакимиәте башлығы Олег Котов хәбәр итте.
Фото: Олег Котов / Ленин район хакимиәте.
Сығанаҡ: Башинформ.