Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фехтование буйынса юниорҙар Донъя чемпионатының еңеүселәре Әмир Фәхретдинов менән Ростислав Хамдамовҡа һәм уларҙың тренерҙарына наградалар тапшырҙы.
Тунистағы Донъя беренселегендә шәхси иҫәптә Әмир алтын миҙал, ә Ростислав көмөш алып ҡайтҡайны. Егеттәр икеһе лә - Өфө Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, тренер Тимур Арыҫлановта күнегәләр.
"Был иҫ киткес еңеү тип иҫәпләйем! Беҙҙә еңеүҙәр була башлар тип уйлағайныҡ та. Фехтование үҙәге методик үҙәк булып тора, унда күләмле турнирҙар ҙа үткәрелә. Ә ҙур ярыштарһыҙ ҙур спорт та булмай ул", – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Тренер-уҡытыусы Тимур Арыҫлановҡа һәм халыҡ-ара категориялы судья Раил Нәғимовҡа Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әмир Фәхретдинов менән Ростислав Хамдамов та Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Раил Нәғимов Радий Фәрит улына фехтование спортына ҙур иғтибары өсөн, Фехтование үҙәге төҙөлгәне өсөн рәхмәт әйтте. Әле унда ил беренселеге барыуын һәм беҙҙең егеттәрҙең Рио-де-Жанейрола буласаҡ донъя беренселегенә үтеүен хәбәр итте.
Фото: Фехтование үҙәге /Радий Хәбировтың telegram-каналы
Сығанаҡ: Башинформ.