Кипрҙа үткән карате буйынса Европа беренселегендә Башҡортостан каратесыһы Эмиль Әлмөхәмәтов көмөш миҙал яулаған.
Чемпионатта 47 илдән 1200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан.
Эмиль 63 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаған һәм Италия спортсыһынан 3:4 иҫәбенә отолған.
Эмиль 2025 йылдың декабрендә үткән Рәсәй беренселегендә 14–15 йәшлек үҫмерҙәр төркөмөндә, 63 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә 1-се урынды яулағайны. Һөҙөмтәлә Европа чемпионатына путевка алғайны.
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы / телеграм-канал
Сығанаҡ: Башинформ.