-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль , 17:23

Беҙҙең грэпплерҙар Европа беренселегенә йыйына

Наро-Фоминскиҙа грэпплингтың "ГИ" һәм "НО-ГИ" бүлектәре буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге үткән. Дүрт көн барған ярышта Башҡортостан көрәшселәре 43 миҙал алған.

Беҙҙең йыйылма команда "ГИ" өлөшөндә дөйөм команда иҫәбендә беренсе булған, ә "НО-ГИ" ярышында өсөнсө урынды алған.

Шулай итеп, 24 спортсыбыҙ Европа беренселегенә барасаҡ. Турнир май айында Әрмәнстанда үтәсәк.

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы/матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас