Республикала "Йәш динамосы" баскетбол проектын киңәйтәләр. Әле был проектта Өфөнөң 4 мәктәбе ҡатнаша.
"Динамо" физкультура-спорт йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Максим Чудов һөйләүенсә, "артабан проект географияһы киңәйтеләсәк. Спорт синыфтары баш ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа райондарында ла барлыҡҡа киләсәк... Бөгөн спортты уҡыусы тормошоноң тәбиғи өлөшөнә әйләндереү мөһим. Баскетбол уҡыуҙа дисциплинаға, команда берлегенә һәм маҡсатҡа өлгәшергә өйрәтә".
Проектта ҡатнашыусылар һәммәһе түләүһеҙ экипировка, туп һәм инвентарь менән тәьмин ителәсәк. Күнекмәләр ҙә түләүһеҙ буласаҡ. Ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә асыласаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.