-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль , 18:38

Башҡортостан боксеры – Азия чемпионы!

Мәскәүҙә IBF версияһы буйынса Азия чемпионы исеме өсөн алыш булған. Уны башҡорт боксеры Артур Собханҡолов менән Филиппин спортсыһы Верджил Витор үткәргән. Ун раундтан торған алышта Артур еңгән!

Башҡортостан боксеры – Азия чемпионы!
Башҡортостан боксеры – Азия чемпионы!

Мәскәүҙә IBF версияһы буйынса Азия чемпионы исеме өсөн алыш булған. Уны башҡорт боксеры Артур Собханҡолов менән Филиппин спортсыһы Верджил Витор үткәргән.

Ун раундтан торған алышта Артур еңгән!

"Артур бөтә алыш барышында үҙен ышаныслы тотто, үҙ шарттарын ҡуйҙы һәм башҡорт боксы мәктәбенең илдә иң көслөләрҙән икәнен иҫбатланы. Алыштың һөҙөмтәһе – еңеү! Азия чемпионы титулы Башҡортостанға килде! Һинең менән ғорурланабыҙ, Артур! Һинең ныҡышмалы хеҙмәтең, дисциплинаң һәм холҡоң – спортта юлын яңы башлаған йөҙҙәрсә малай өсөн өлгө", – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

IBF рейтингындағы алдынғы урындар өсөн сираттағы алышты Артур Собханҡолов 25 апрелдә Өфөлә үткәрәсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас