Баҡалының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Азалия Латипова гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә беренсе урын алған.
Ярыш Пермь ҡалаһында үткән.
Азалия 2008–2009 йылғы үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар төркөмөндә 63 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алышҡан. Ул 24 килолы герҙе 111 тапҡыр күтәргән.
"Был ярыш йомғаҡтары буйынса беҙҙең спортсы Рәсәй йыйылма командаһы составына инде һәм ил исеменән донъя күләмендә сығыш яһау хоҡуғын алды. Апрелдә Азалия Бишкәктә донъя беренселегендә сығыш яһаясаҡ", – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Баҡалы район хакимиәт башлығы Олег Ефимов.
Фото: Олег Ефимов/соцселтәр.