-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль , 12:39

Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән

Бөрйән районында 57-се атлы-саналы ярыш үткән. Бөрйәндәр үҙҙәре лә, ҡунаҡтар ҙа күңелле сарала ҡатнашып, ҡатнашмағаны тамаша ҡылып кинәнгән.

Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән

Бөрйән районында 57-се атлы-саналы ярыш үткән. Бөрйәндәр үҙҙәре лә, ҡунаҡтар ҙа күңелле сарала ҡатнашып, ҡатнашмағаны тамаша ҡылып кинәнгән.

Биш төркөмдә ярышҡандар:

- 2 км-ға 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ярышы;

- төрлө тоҡомло аттар менгән һыбайлыларҙың асыҡ бәйгеһе;

- 6 км-ла юртаҡтарҙың саналы ябыҡ ярышы;

- төрлө тоҡомло аттар менгән һыбайлыларҙың 6 км-ға асыҡ бәйгеһе;

- 10 км-ла саналы ябыҡ бәйге.

Ат ҡараусылар ҙа ярышҡан, эйәр-өпсөндө биҙәү буйынса  оҫталыҡты ла баһалағандар.

Еңеүселәргә райондың маҡтау грамоталары һәм затлы бүләктәр тапшырылған.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин әйтмешләй, "Бөрйән районы – республикала ҡышҡы атлы-саналы ярыштарҙы йыл һайын үткәрә торған берҙән-бер район. Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә, тоҡомсолоҡ эшен үҫтереүгә ярҙамлашырға, ат спортына, аттарҙың ерле тоҡомдарына ҡыҙыҡһыныуҙы күтәрергә тырышабыҙ".

Сара "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты маҡсаттарына яуап биргән.

Сығанаҡ: Бөрйән район хакимиәте.

Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Бөрйәндә атлы-саналы ярыштар үткән
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас