Өфө спортсыһы Дәүләт Хәйретдинов Мәскәүҙә фехтование буйынса Бөтә Рәсәй турнирында көмөш миҙал яулаған.
Ярым финалда Дәүләт Хәйретдинов Түбәнге Новгородтан Даниил Керикты 15:11 иҫәбе менән еңгән, Һамар өлкәһенән Кирилл Бородачевтан отолған. Һөҙөмтәлә, яҡташыбыҙ – икенсе урында.
17 йәшлек Дәүләт Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә тәрбиәләнә.
Фото: БР Спорт министрлығы / телеграм-канал.
Башинформ таҫмаһынан.