Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында традицион уҡ атыу буйынса республика фестивале үткән. Унда Башҡортостандың 8 районы һәм 2 ҡалаһынан йәш уғатарҙар ҡатнашҡан.
Әбйәлил районынан "Юрға" ат спорты мәктәбе тәрбиәләнеүселәре килгән. Ярышта ҡатнашыу "Рәсәй спорты" дәүләт программаһы ярҙамында мөмкин булған.
Йәш спортсылар, "Көмбәҙ", "Ҡалҡан", "Тере һыу", "Һыбайлы" сәптәренә атып, мәргәнлектә көс һынашҡан.
Турнир тамамланғас, республиканың Спорт министрлығы ҡатнашыусыарға уҡ-яндар бүләк иткән.
"Традицион уҡ атыу – ул спорт ҡына түгел, ул ата-бабаларыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡағылыу. Минең балалар һәр ярышҡа, һәр сәпкә оло ихтирам менән ҡарай. Фестивалдәә улар бөтә республиканан килгән көслө тиҫтерҙәре менән осрашты һәм тәжрибә уртаҡлашты. Яңы уҡ һәм яндар – ул ябай инвентарь ғына түгел, ә уларҙың тырышлығын таныу һәм тағы ла тырышыбыраҡ күнегергә дәртләндереү", – ти әбйәлилдәрҙең тренеры Нуриман Хәйруллин.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.