Иваново ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үткән. Башҡортостан спортсылары 16 йәшкә тиклемге спортсылар турнирҙарында өс миҙал яулаған.
33 кг-ға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Айсель Кәримова чемпионка булған. Ул Мәскәү өлкәһенән һәм Еврей автономиялы өлкәһенән килгән көнәркәштәрен йыҡҡан. Финалда яҡташы Вәлиә Мөхәмәтшина менән алышҡан. Һөҙөмтәлә, Айсель – алтын, Вәлиә көмөш миҙалға лайыҡ булған.
36 кг-ға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Әмирә Йосопова бронза миҙал яулаған. Финалда ул Тверь өлкәһе спортсыһы Елизавета Инкинаны 6:2 иҫәбе менән еңгән.
Ҡыҙҙар өсөһө лә Өфөлә А. Әхмәтханов исемендәге 14-се спорт мәктәбендә шөғөлләнә, уларҙың тренеры – Зоя Швейкина.
ФОТО: Башҡортостан Спорт министрлығы / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.