+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март , 14:23

Башҡортостан спортсыһы өс алтын миҙал яулаған!

Дүртөйлө ҡалаһы ҡыҙы Карина Мифтахова ауыр атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярышында өс алтын миҙал алған!

Башҡортостан спортсыһы өс алтын миҙал яулаған!
Башҡортостан спортсыһы өс алтын миҙал яулаған!

Дүртөйлө ҡалаһы ҡыҙы Карина Мифтахова ауыр атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярышында өс алтын миҙал алған!

Был наградалар артында һоҡланғыс ҙур талант һәм рух көсө ята, тиҙәр Башҡортостан Спорт министрлығында. Күптән түгел травма алһа ла, Карина ныҡышмаллыҡ һәм үҙ көсөңә ышаныуҙың мөғжизәләр яһауын иҫбатлаған.

Турнир Дағстандың Каспийск ҡалаһында үткән.

Былтыр Краснодарҙағы Рәсәй ярышында Карина 13–15 йәшлек ҡыҙҙар турнирында көмөш миҙаллы булғайны.

Карина Дүртөйлөнөң  “Олимпиец” спорт мәктәбендә шөғөлләнә, тренеры – Альберт Сәйәхов. Ҡыҙ ауыр атлетикаға 11 йәшендә генә килгән, уға тиклем гимнастика менән шөғөлләнгән. Ауыр атлетикаға һөйөүҙе Каринала атаһы Рөстәм Мифтахов тәрбиәләгән. Каринаға тиҙҙән 14 йәш тула. Ул Дүртөйлөнөң 5-се мәктәбендә уҡый.

ФОТО: БР Спорт министрлығы / матубғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

Башҡортостан спортсыһы өс алтын миҙал яулаған!
Башҡортостан спортсыһы өс алтын миҙал яулаған!
Башҡортостан спортсыһы өс алтын миҙал яулаған!
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас