+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель , 14:28

Тиҙҙән сираттағы Сибай ярыммарафоны үтәсәк

Сибай марафонының Аструм “балалар старттарына” 500 бәләкәй йүгерек баҫасаҡ.  Әлеге көнгә теркәлеүселәр араһында иң “йәше” – бер айлыҡ ҡына бәпес, ул ата-әсәһе менән “йүгерәсәк”.

Балалар өсөн йәш төркөмдәренә һәм әҙерлегенә ярашлы ярыштар ойошторола. Уларҙы 25 апрелдә 100 метрҙан 400 метрға тиклем дистанциялар көтәсәк.

Балалар старттарында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе буласаҡ. Кемдер үҙенең тәүге иҫтәлекле миҙалын алыр, кемдер коллекцияһын тулыландырыр. Быйыл старт пакетына беҙ брендлы кепкалар әҙерләнек. Бөтә йәштәге һәм бөтә төр әҙерлекле йүгеректәрҙе көтәбеҙ. Яҙғы бәйгене һәр ғаилә өсөн ҙур байрамға әйләндерергә тырышасаҡбыҙ”, – ти Сибай ярыммараоны Аструмын ойоштороусы Дмитрий Бабин.

Ярыммарафондың төп программаһы 26 апрелдә үтә. Дистанциялар – 21,1 км, 10 км, 5 км, 2 км.

Сығанаҡ: Аструм Сибай ярыммарафонының матбуғат релизы.

Тиҙҙән сираттағы Сибай ярыммарафоны үтәсәк
Тиҙҙән сираттағы Сибай ярыммарафоны үтәсәк
Тиҙҙән сираттағы Сибай ярыммарафоны үтәсәк
Тиҙҙән сираттағы Сибай ярыммарафоны үтәсәк
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас