

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларға паралимпия чемпионы Рима Батталованың “Милләт йәшлеге" премияһын тапшырҙылар.
Уларҙың ихтыяр көсө күптәргә өлгө, улар – алдағы ҡаршылыҡтарҙы үтеп, үҙҙәрен еңеп, ысын батырлыҡ күрһәткән кешеләр.
Улар араһында үҫмерҙәр ҙә бар.
Наградлау тантанаһында – Мәскәүҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтар – күп тапҡырҙар донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Сергей Карякин, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев, ирекле көрәштә олимпия чемпионы Хаджимурад Магомедов, олимпия чемпионы, күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Татьяна Лебедева һәм башҡалар.