+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
11 Апреля , 11:35

Шашка беренселегендә Башҡортостан уйынсылары 18 миҙал яулаған

Йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан спортсылары 18 миҙал алған.

Шашка беренселегендә Башҡортостан уйынсылары 18 миҙал яулағанШашка беренселегендә Башҡортостан уйынсылары 18 миҙал яулаған
Шашка беренселегендә Башҡортостан уйынсылары 18 миҙал яулаған

Йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан спортсылары 18 миҙал алған.

Беренселек Мәскәү өлкәһендә үткән. Унда Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө уйынсылары ҡатнашҡан.

14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Илдар Ғиләжев ике алтын яулаған.

Алина Динисламова 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында иң шәбе булған.

9 йәшкә тиклемге малайҙар төркөмөндә Рәшит Кәрим алтын менән көмөш миҙалдар алған.

Рәшит Әхмәт 11 йәшкә тиклемге малайҙар төркөмөндә беренсе булған.

17 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә Ринат Кирәйев, Асҡар Борханов, Софья Степанова көмөш алған. Егор Брайцевҡа, Милана Хажиеваға, Арина Максимоваға, Наҙгөл Ишморатоваға һәм Самира Булташеваға бронза миҙалдар эләккән.

Студенттар Тамерлан Әхмәров менән Даниил Ильин 27 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында алтын менән бронза, Тимур Мәзитов 20 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә алтын яулаған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас