

Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә донъя мотоспорты легендаһы Ғабдрахман Ҡадировҡа иҫтәлекле таҡтаташ астылар. Ғабдрахман 1948 йылда ошо мәктәпкә 1-се синыфҡа уҡырға төшкән.
“Ябай Белорет малайы бер нисә йылдан Европа стадиондарын дер һелкетер тип кем уйлаған ул саҡта? 18 йәшендә ул хәл иткес аҙымын яһай – Өфөлә мотоцикл секцияһына килә. Шунан әлеге ваҡыта мөғжизә һәм феномен тип йөрөтөлгән нәмә башлана. Уны иҫ киткес көслө маҡсатҡа ынтылыш, үҙенә тимер кеүек ныҡлы ышаныс һәм уға ғына хас теге “Ҡадиров даланлылығы” айырып тора. Яҡташыбыҙҙы донъя чемпионы тигән титулдар һаны буйынса 37 йыл буйы бер кем уҙа алмай”, – ти Белорет район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов иҫтәлекле таҡтаташты асҡанда.
Ғабдрахман Ҡадиров – СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы. Быйыл 27 ғинуарҙа уның тыуыуына 85 йыл тулды.
Сығанаҡ: Башинформ.