+21 °С
Облачно
Спорт
24 Мая , 09:20

Башҡортостандан ике ҡулһыҙ малай Рәсәй беренселегендә призлы урындар алған

Туймазы районынан Илназ Дәүләтов  ПОДА-лы (терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған) спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә миҙалдар яулаған. Ярыштар Чебоксар ҡалаһында үткән. Был турала Туймазы район башлығы Булат Мусин хәбәр иткән.

Башҡортостандан ике ҡулһыҙ малай Рәсәй беренселегендә призлы урындар алғанБашҡортостандан ике ҡулһыҙ малай Рәсәй беренселегендә призлы урындар алған
Башҡортостандан ике ҡулһыҙ малай Рәсәй беренселегендә призлы урындар алған

Туймазы районынан Илназ Дәүләтов  ПОДА-лы (терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған) спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә миҙалдар яулаған. Ярыштар Чебоксар ҡалаһында үткән. Был турала Башинформ мәғлүмәт агентлығы яҙа.

14 йәшлек Илназ 100 метр һәм 200 метр араларға йүгереүҙә икенсе, 800 метрға йүгергәндә өсөнсө урын яулаған. Спринт һәм уртансы дистанция төрлө әҙерлек талап итә, әммә йәш спортсы – булдырған. Афарин!

2021 йылдың 7 июлендә футбол типкәндә трансформатор щитына эләккән тупты алырға менеп киткән Илназ ток һуғыуҙан ныҡ ҡаза күрә. Ике ҡулы ла тулыһынса яна, медицинаның ҡулдарҙы ҡотҡарырға ҡөҙрәте етмәй.

Илназ күп һанлы операциялар үткәрә. Ҡулһыҙ йәшәргә өйрәнеү ҙә бик ҡатмарлы була. Әммә ул бөтәһенә лә сыҙай, өйҙәгеләр ҙә Илназ өсөн ҡулдан килгәндең һәм килмәгәндең бөтәһен эшләй. Сит кешеләр ҙә ярҙамлаша.  Илназ бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңә, рух көсөн һәм ныҡлы ихтыярын егә.  

 

Автор:Альфия Акбутина
Теги:спорт
Читайте нас