+21 °С
Облачно
Спорт
24 Мая , 08:14

Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте

Нуриман районында карате киокусинкай буйынса балаларҙың республика ярыштары булған. “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы һәм “Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм спортты үҫтереү” төбәк программаһы сиктәрендә үткән был турнирҙа республиканың төрлө төбәктәренән 120  йәш спортсы ҡатнашҡан.

Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үттеНуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте

Нуриман районында карате киокусинкай буйынса балаларҙың республика ярыштары булған. “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы һәм “Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм спортты үҫтереү” төбәк программаһы сиктәрендә үткән был турнирҙа республиканың төрлө төбәктәренән 120  йәш спортсы ҡатнашҡан.

Ярышсылар техник оҫталығын, еңеүгә ихтыярын ғына түгел,  башҡа спортсыларға һәм судьяларға ихтирамлы мөнәсәбәтен дә күрһәткән.

Күптәр өсөн был ярыш спорт үрҙәренә  илткән юлда мөһим этап һәм үҙ мөмкинлектәрен һынау форсаты булған, әлбиттә. Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар, дипломдар, иҫтәлекле приздар тапшырылған.

Хужалар – Нуриман районы спортсылары ла үҙҙәренең яҡшы кимәлен күрһәткән. Улар икенсе урынды алған. Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа  спортсылар менән балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тренеры Ирек Ҡаһарманов  шөғөлләнә һәм ярыштарға әҙерләй.

Спорт берләштерә, характерҙы нығыта һәм яңы офоҡтар аса. Беҙ йәш каратистарыбыҙ  менән ғорурланабыҙ һәм уларға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!”, – ти Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Сығанаҡ: Нуриман район хакимиәте.

Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Нуриман районында балаларҙың карате киокусинкай ярышы үтте
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас